Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика халҡы милеккә һалым буйынса ташлама менән файҙалана ала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Ағымдағы йылдағы кеүек үк, 2016 йылда ла Башҡортостан һалым түләүселәре милеккә һалым буйынса ташлама менән файҙалана ала. Бының өсөн 2015 йылдың 1 ноябренә тиклем һалым органдарына тейешле белдереү ҡағыҙын тапшырырға кәрәк, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте.

Белдереү ҡағыҙының формаһын Федераль һалым хеҙмәтенең сайтынан күсереп алырға мөмкин.

Әгәр ҙә элек һалым түләүсенең милеккә һалым буйынса ташламаһы булмаған икән, белдереү ҡағыҙы менән бергә тейешле ғариза, шулай уҡ һалым ташламаһына хоҡуҡлы булыуҙы раҫлаған документтар тапшырыла.

Күсемһеҙ милектең түбәндәге төрҙәренең бер объектына ҡарата ташлама ҡаралған: фатир йәки бүлмә; йорт; ижади оҫтахана, ателье, студия; баҡса йәки дача участкаларында урынлашҡан 50 квадрат метрҙан артмаған хужалыҡ ҡаралтыһы; гараж йәки машина урыны.

2015 йылдың 1 ноябренә тиклем белдереү ҡағыҙын тапшырмаған осраҡта уны киләһе йылда 2017 йылда һалым ташламаһы менән файҙаланыу өсөн бирергә була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть