Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә иң юғары һауа температураһы теркәлде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Кисә Өфөлә иң юғары һауа температураһы — 32,2 градус йылы теркәлде. Бары тик 1996 йылда ғына был көндө нәҡ шундай эҫе булған, сентябргә хас булмаған һауа температураһы 29,5 градус тәшкил иткән.

Синоптиктар әйтеүенсә, көндөң йылыныуына республика биләмәһендә өҫтөнлөк иткән йылы һауа массаһы сәбәпсе. Әммә Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында билдәләүҙәренсә, 9 сентябрҙә һалҡын атмосфера фронты тәьҫир итә башлай, һауа температураһы түбәнәйә. Күпмелер ваҡыт төбәктә йәнә һалҡын буласаҡ.

«Ошо йылы көндәрҙе йәш «әбейҙәр сыуағы» тип атарға мөмкин, унан һуң бер аҙ һалҡынайта, һуңынан йәнә йылыта. Ысын «әбейҙәр сыуағы» — һалҡындарҙан һәм ҡырауҙарҙан һуң көндәрҙең оҙаҡ ҡына йылы тороуы ул», — тип аңлатты Башгидрометтың матбуғат секретары Елена Орлова.

Синоптиктар билдәләүенсә, аҙна аҙағында Башҡортостандың ҡайһы бер таулы һәм төньяҡ райондарында ҡырау төшөүе ихтимал. 12 һәм 13 сентябрҙә һауа температураһы көндөҙ — 14-16 градус, төндә 7-8 градус йылы буласаҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометүҙәге.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть