4 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2015 йыл, 14:43

Башҡортостандың эшлекле даирә вәкилдәрен Мәскәүҙә уҙасаҡ Пакистандың бизнес-делегацияһы менән осрашыуға саҡыралар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 14 сентябрҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Пакистан Ислам Республикаһының бизнес-делегацияһы менән осрашыу була. Ошо илдең эшлекле даирә вәкилдәренең ҙур төркөмө Рәсәй етештереүселәре менән хеҙмәттәшлек булдырыу өсөн бер аҙналыҡ сәфәр менән Мәскәүгә килә һәм шул иҫәптән Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

Пакистандың Сауҙаны үҫтереү буйынса идаралығы етәксеһе Шәйех Мөхәммәт Мөнир етәкләгән делегацияға Пакистан Ислам Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе Заһир Әсләм Джанджуа һәм илсенең урынбаҫары, сауҙа советнигы вазифаһын башҡарыусы Шәһит Ата Ул Муним, TDAP Европа офисы директоры Абдул Кәрим Мемон, Пакистандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Пакистан-Рәсәй Эшлекле советы рәйесе Мөхәммәт Фәруҡ Афзал, Пакистандың Милли сауҙа хәүефһеҙлеге һәм тикшеренеүҙәр министрлығы вәкиле Ҡорбан Али, Пакистан менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса Эшлекле совет рәйесе урынбаҫары Сергей Васильев инә. Бынан тыш, делегацияға Al-Waha Egg Products, Tabani Trading International, Adnan Enterprises, United Traders, Gaziani Trade & Industries, FA International, Arzoo Textile Mills, Marhaba Laboratories компаниялары һәм башҡа туҡыма, медицина, аграр тармаҡ вәкилдәре, туҡланыу продукттары импорты һәм экспорты буйынса компаниялар ингән.

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова хәбәр итеүенсә, осрашыуға Башҡортостандың Пакистан компаниялары менән хеҙмәттәшлекте яйға һалырға теләгән эшлекле даирә вәкилдәре саҡырыла. Сарала ҡатнашыу ниәте тураһында 10 сентябргә тиклем Mirkhaydarov.M@bashkortostan.ru электрон почтаһына хәбәр итергә кәрәк.

Осрашыу иртәнге 10-сы яртыла вәкиллектең конференциялар залында башлана.