9 декабрь, Йома

08 сентябрь 2015 йыл, 13:29

Баш ҡалала юниорҙар араһында йәйге биатлон буйынса Рәсәй беренселеге уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 8 сентябрҙән 11-нә тиклем Өфөнөң «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында 1997-1998 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында йәйге битлон буйынса Рәсәй беренселеге уҙғарыла.

Беренселекте Рәсәй биатлонсылары союзы, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Биатлон буйынса олимпия резервындағы махсус балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе ойоштора.

Ярыштар халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең йыйылма командалары составына һайлап алыу турниры булып тора.

Өфөлә уҙғарылған Рәсәй беренселегендә бөтә илдән 230 спортсы ҡатнаша.

8 сентябрҙә егеттәр (12,5 саҡрым) һәм ҡыҙҙар (10) саңғы-роллерҙа уҙыша.

10 сентябрҙә — кросс-спринт. Егеттәр (4 саҡрым) һәм ҡыҙҙар (3 саҡрым).

11 сентябрҙә — кросс-эстафета, егеттәр, 3х4 саҡрым һәм кросс-эстафета, ҡыҙҙар, 3х3 саҡрым.