4 декабрь, Йәкшәмбе

08 сентябрь 2015 йыл, 13:02

Өфө спортсыһы Аделина Ибәтуллина заманса биш төр ярыш буйынса донъя чемпионы булды

фото: Рәсәйҙең биш төр ярыш буйынса федерацияһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Аргентинаның баш ҡалаһы Буэнос-Айреста «А» кадеттары араһында заманса биш төр ярыш буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Башҡортостан спортсыһы Аделина Ибәтуллина Рәсәй триоһы составында чемпион титулын яуланы. Икенсе урында Венгрия ҡыҙҙары, өсөнсөлә — Египет спортсылары.

Эстафетала Ибәтуллина рәсәйле Алена Шорникова менән бергә бронза миҙалға лайыҡ булды.