3 декабрь, Шәмбе

08 сентябрь 2015 йыл, 12:43

«Башҡортостан» киностудияһына нигеҙ һалыусының тыуған төйәгендә башҡорт фильмдары күрһәтелде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ырымбур тамашасыһы башҡорт киноһын ҡараны. Кино гастролдәре Ырымбур өлкәһендә, «Башҡортостан» киностудияһына нигеҙ һалыусы Әмир Абдразаҡовтың тыуған төйәгендә ойошторолдо. Александровский районының Ҡәйепҡол һәм Иҫәнгилде ауылдарында, Красногвардейский районының Үрге Ильяс һәм Юлдаш ауылдарында «Башҡортостан» киностудияһының фильмдары күрһәтелде.

«Геройҙары уның туған телендә һөйләшкән, ваҡиғалар уның тыуған ерендә барған һәм туған мәҙәниәте традициялары менән һуғарылған фильм ҡарау һәр башҡорт өсөн ҙур бәхет. Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттар өсөн был икеләтә шатлыҡҡа әүерелә», — тип билдәләне «Карауанһарай» Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Миңнулла Ғәбитов.

Тәүге кинотаҫма башҡорт яҙыусыһы Сәғит Агиштың тыуған ауылы Иҫәнгилделә күрһәтелде һәм анимация фильмдарынан башланды. Режиссер Айгөл Байрамғолованың «Урал менән Шүлгәндең мажаралары», Рим Шәрәфетдиновтың «Алдар менән һоро бүре», «Урал тауҙары һәм Ай нисек барлыҡҡа килгән» йәнһүрәттәре балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә оҡшаны. Һуңынан тамашасылар Әмир Абдразаҡовтың Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев тураһында «Илемдә илемде һағынам» һәм Вилүрә Иҫәндәүләтованың ярты быуаттан ашыу тыуған ауылында яңғыҙ йәшәгән ғәҙәти булмаған кеше хаҡында «Мөрйәләрҙән төтөн сыға әле...» исемле документаль фильмдарын ҡараны.

Ырымбур өлкәһендә шулай уҡ Айнур Асҡаровтың «Еңмеш» һәм «Әсә» фильмдары ла күрһәтелде.

Әмир Абдразаҡовтың тыуған төйәге Александровский районының Ҡәйепҡол ауылы һәм Красногвардейский районының Үрге Ильяс һәм Юлдаш ауылдары халҡы өсөн дә шундай уҡ программа әҙерләнгәйне. Фильмдарҙы ҡарағандан һуң һәр ауылда тамашасылар режиссерҙар менән аралашты, һорауҙар бирҙе, уларҙың ижади пландары менән ҡыҙыҡһынды. Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованан кинотаҫма геройы хаҡында һораштылар. Режисссер-аниматор Айгөл Байрамғолова үҙенең геройҙары һәм пластилин анимацияһы техникаһының нескәлектәре тураһында һөйләне.

«Рәсәй башҡорттары» программаһы сиктәрендә Рәсәй төбәктәрендә кино гастролдәрен ойоштороу «Башҡортостан» киностудияһының изге йолаһына әүерелде. Фильмдарҙы Мәскәү, Силәбе, Магнитогорск, Ҡурған, Төмән, Екатеринбург, Ҡазан, Пермь тамашасылары ихлас ҡабул итте.