3 декабрь, Шәмбе

08 сентябрь 2015 йыл, 11:28

Силәбенең ҡул эше оҫталары башҡорт кейемен тегергә өйрәнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбелә башҡорт кейеменең атрибуттарын әҙерләү буйынса икенсе оҫталыҡ дәресе үтте. Ойоштороусылар булып Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы ағзалары сығыш яһаны.

Сараны Өфөнән килгән эксперттар: «Хазина» ҡул эше түңәрәгенең кураторы Хәмдиә Ҡунаҡҡолова менән этнограф, Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе, Сәсәндәр үҙәге етәксеһе урынбаҫары Гөлгөнә Баймырҙина уҙғарҙы.

Оҫталар башҡорт кейеменең тарихы һәм уның төбәккә бәйле үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне, кейемдең атрибуттарына (яулыҡ, селтәр, яға, һаҡал, түбәтәй, ҡалпаҡ, ҡашмау) ентеклерәк туҡталды. Практик өлөштә ҡатнашыусылар кейемдең айырым бер детален әҙерләргә өйрәнде.

Үҙ мәҙәниәтеңде тәрәнерәк өйрәнеү теләге төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерҙе. Улар Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка райондарынан, Силәбе һәм Учалы ҡалаларынан килгәйне.

«Ошо сараны икенсе тапҡыр үткәрҙек. Тәүге оҫталыҡ дәресен июндә ойошторғайныҡ. Унда ҡатнашыусылар селтәр тегергә өйрәнде. Ике оҫталыҡ дәрестәренә йомғаҡ яһап, Силәбе ҡатын-ҡыҙҙары араһында милли кейемгә  ҡыҙыҡһыныу ҙур тип әйтергә мөмкин. Ҡул эше оҫталары өсөн тейешле майҙансыҡ булмауы проблема тыуҙырҙы. Семинарҙан һуң күптәрҙә башҡорт кейемен тегеү теләге уянды», — тип һөйләнеләр ойоштороусылар.