7 декабрь, Шаршамбы

08 сентябрь 2015 йыл, 10:25

Башҡортостан менән Ҡытай парламент-ара бәйләнештәр булдыра

фото: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы парламенты делегацияһы менән осрашты. Ҡунаҡтар араһында парламентарийҙар һәм Цзянси провинцияһы Халыҡ вәкилдәре йыйылышы секретариаты хеҙмәткәрҙәре бар, делегацияны секретариат етәксеһе Вэй Мин етәкләй.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сәфәрҙең маҡсаты — Цзянси провинцияһы менән Башҡортостан араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, төбәктәрҙең хеҙмәттәшлек өлкәләрен киңәйтеү, парламент-ара бәйләнештәр булдырыу. Программала республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортона барыу, парламент рәйесе, депутаттар һәм Хөкүмәт ағзалары менән осрашыуҙар, «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәгендә һәм Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында булыу ҡаралған.

Ҡытай парламентарийҙарын сәләмләп, Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, уларҙың сәфәре донъяның ике алдынғы иле төбәктәре араһында мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереүҙә мөһим аҙым буласаҡ, тип билдәләне.

«Бөгөнгө сәфәрегеҙ, беҙҙең артабанғы бәйләнештәребеҙ емешле булыр, үҙ-ара файҙалы бәйләнештәрҙе нығытыу һәм үҫтереүҙең яңы йүнәлештәрен табырға ярҙам итер тип ышанам. Бай программа республикабыҙ һәм унда йәшәгән халыҡ тураһында күберәк белергә мөмкинлек бирер тип өмөтләнәм», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев.

Ҡытай парламентарийҙары делегацияһы етәксеһе Вэй Мин Башҡортостандағы хеҙмәттәштәренә йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт әйтте һәм сәфәр Башҡортостан менән Цзянси провинцияһының күп яҡлы бәйләнештәрен үҫтереүгә булышлыҡ итер тигән өмөт белдерҙе. Ул Цзянси провинцияһы парламенты хаҡында һөйләне, парламент-ара алмашыуҙы үҫтерергә тәҡдим итте һәм Башҡортостандағы хеҙмәттәштәрен Ҡытайҡа яуап сәфәренә саҡырҙы.

Башҡортостан менән Цзянси провинцияһының бәйләнештәре 2013 йылдың майында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы делегацияһы составында Ҡытай Халыҡ Республикаһында булған саҡта башланды. Сәфәр барышында Янцзы йылғаһының үрге һәм урта ағымындағы төбәктәр менән Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы протоколға ҡул ҡуйылды. 2014 йылдың 20 майында Шанхай ҡалаһында Башҡортостан Хөкүмәте менән Цзянси провинцияһының Халыҡ Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң беҙҙең төбәктәр араһында үҙ-ара файҙалы бәйләнештәр өсөн ныҡлы юридик база барлыҡҡа килде.