9 декабрь, Йома

07 сентябрь 2015 йыл, 17:38

Республика мәшғүллек өлкәһендә көрсөккә ҡаршы саралар өсөн 218 миллион һум аласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү өсөн 218 миллион һум аласаҡ. Был хаҡта, Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған бойороҡҡа һылтанып, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Документҡа ярашлы, федераль бюджеттан дөйөм күләме 319,4 миллион һум тәшкил иткән субсидия Башҡортостанға, шулай уҡ Иванов һәм Һарытау өлкәләренә бирелә. Ошо сумманан республикаға 218 миллион һум 562,9 мең һум бүленәсәк.

Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә 11 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. 2015 йылда мәшғүллек өлкәһендә өҫтәмә «көрсөккә ҡаршы» сараларға дөйөм дәүләт ярҙамы республика өсөн 230 миллион 269 мең һум тәшкил итәсәк.

Аҡса республиканың алты предприятиеһына — «НефАЗ», «Искож», Мәләүездәге «Эколайн» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Учалы тегеү фабрикаһы һәм Белорет металлургия комбинатына ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк. Йәштәрҙең мәшғүллеген әүҙемләштереүгә 20 миллион һумдан ашыу бүленәсәк. Социаль проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ғариза биргән йәш эшҡыуарҙар 300 мең һум күләмендә грант аласаҡ.