9 декабрь, Йома

07 сентябрь 2015 йыл, 16:59

Өфө бөтә донъя кинематографистарын «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кино фестиваленә йыя

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 9 декабрҙән 12-нә тиклем Өфөлә II Халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кино фестивале ойошторола. Сара Евразия гуманистик форумы сиктәрендә уҙғарыла. «Башҡортостан» киностудияһы унда ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә. Фестивалгә 100-ҙән ашыу эш: 34 документаль, 45 ҡыҫҡа метражлы уйын һәм 25 тулы метражлы уйын фильмдары ебәрелгән дә инде. Иран, Египет, Ҡырғыҙстан, Латвия, Әрмәнстан, Бөйөк Британия, Эстония, АҠШ һәм Рәсәй кинематографистары үҙҙәренең әҫәрҙәрен тәҡдим иткән.

Халыҡ-ара жюри «Көмөш Аҡбуҙат» Гран-приһын, иң яҡшы сценарий, режиссер, оператор эше, иң яҡшы герой өсөн премиялар һәм башҡа приздар тапшыра.

Фестиваль сиктәрендә ШОС һәм БРИКС илдәренең кинематографияһына арналған фильмдар күрһәтеү, кино эшмәкәрҙәре менән ижади осрашыуҙар ҡаралған.

Фестиваль тәүге тапҡыр былтыр ойошторолдо һәм Башҡортостандың мәҙәни тормошонда әһәмиәтле, сағыу ваҡиғаға әүерелде. II Халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кино фестивале лә республика Башлығы грантына уҙғарыла.

Сараны ойоштороусылар — Өфө ҡалаһы хакимиәте булышлығында Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» киностудияһы. Төп маҡсат — донъя халыҡтарының рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалау, милли һәм этник йүнәлештәге фильмдар төшөрөүсе кинематографистарҙың ижадын популярлаштырыу, Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр араһында мәҙәни алмашыуҙы үҫтереү, яңы исемдәр асыу. Ғаризалар 1 октябргә тиклем silverakbuzat@yandex.ru электрон почтаһына ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт — фестивалдең рәсми сайтында.