9 декабрь, Йома

07 сентябрь 2015 йыл, 16:23

Яҡташыбыҙ ТНТ каналында барған «Бейеү» проектына һайлап алыуҙы үтте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнән Таһир Ғиндуллин ТНТ каналында барған «Бейеү» проектына һайлап алыуҙы уңышлы үтте. Уның сығышы 5 сентябрҙә эфирға сыҡты. 20 йәшлек артист Atlantida pr төркөмөнөң «У меня есть разум» композицияһы моңо аҫтында брейк-данс бейене.

Ул бейегәндә үк жюри ағзаларының береһе Егор Дружинин, йәш кеше «йырҙың тексын бейеүгә һалды», тип билдәләне. Яҡташыбыҙ киләһе этапҡа үтте, унда иһә 24 кешене һайлап аласаҡтар.

Таһир 11 йәшенән үк бейеү менән шөғөлләнә. Тәүҙә дуҫтарының нисек бейегәнен ҡараһа, һуңынан үҙе лә мауыға башлай. Таһир Ғиндуллиндың «Бәйләнештә»ге төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, ул BOTY CIS/BALTIC 2015 брейк-данс буйынса донъя чемпионатының һайлап алыу этабында, Беренсе каналдағы «Бейе» шоуында ҡатнашҡан.

темалар: телепроект