10 декабрь, Шәмбе

07 сентябрь 2015 йыл, 15:19

Төбәктә «Һыбайлы юлы-2015» атлы туризм фестивале тамамланды

фото: автор

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлай Мәғәсүмов/. Уҙған ял көндәрендә Белорет районының Ҡағы ауылы янында өс көн буйына барған «Һыбайлы юлы-2015» атлы туризм фестивале тамамланды. Уны республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, «Тәңре» экология берләшмәһе һәм район хакимиәте булышлығында Башҡортостандың Атлы туризм федерацияһы ойошторҙо.

Өфө, Стәрлетамаҡ, Екатеринбург, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларынан килгән ҡатнашыусылар йүнәлеш ала белеү һәм һыбай йөрөү оҫталығы буйынса ярышты. Өс көн йомғаҡтары буйынса Өфөнөң «Уҡ» командаһы абсолют еңеүсе тип билдәләнде. Ошо команданың иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһе Надежда Маликова атлы туризм буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составына инә.

Фестиваль сиктәрендә «Рәсәй төбәктәрендә атлы туризмды үҫтереүҙең актуаль мәсьәләләре» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарылды.

Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, фестивалдең төп маҡсаты — сәйәхәт итергә һәм һыбай йөрөргә яратыусыларҙы берләштереү һәм дәүләт органдарының иғтибарын республикала һәм илдә атлы туризмды үҫтереү проблемаларына йәлеп итеү.

«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе фестивалде ойоштороусыларҙың республика ауылдарындағы һәр мәктәптә ат спорты эшен индереү перспективаһын нисек баһалауы менән ҡыҙыҡһынды. Ойоштороусылар фекеренсә, туристар берләшмәһе был яңылыҡты ыңғай ҡабул иткән, сөнки ул атлы туризмға ла ҡағыла.

— Был Башҡортостандың ат спорты һәм туристик өлкәһе өсөн яҡшы билдә, — тине «Тәңре» экология берләшмәһе директоры Александр Гончаров. — Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан белем биреү программаларына яңы стандарттар индереү буйынса методик ярҙам күрһәтергә әҙер.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәр ауыл мәктәбендә ат спорты эшен үҫтереү тәҡдиме менән сығыш яһаны. 2015 йылдың 2 июлендә төбәктең Йәмәғәт палатаһы йыйылышында республика Башлығы балаларҙы эшкә ылыҡтырыу, хеҙмәт тәрбиәһе биреү менән шөғөлләнергә кәрәк, тигән фекер әйтте.

темалар: атлы туризм