4 декабрь, Йәкшәмбе

07 сентябрь 2015 йыл, 14:06

2016 йылдан республикала баланы уллыҡҡа алыусыларға пособиены социаль ярҙам үҙәктәре түләйәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2016 йылдан Башҡортостанда баланы уллыҡҡа алыусыларға пособиены социаль ярҙам үҙәктәре түләйәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие тәғәйенләү һәм түләү тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе.

Хәҙерге ваҡытта ошо вәкәләттәр Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ҡарамағында, әммә 2016 йылдың 1 ғинуарынан пособиеларҙы төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәғәйенләйәсәк. Уларҙы түләү менән Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалдары шөғөлләнәсәк, тип аңлаттылар Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

2016-2018 йылдарҙа ошо маҡсаттан республика бюджетынан йыл һайын 84,6 миллион һум бүленәсәк.

Белешмә. Былтыр Башҡортостанда 372 баланы уллыҡҡа алғандар — был Волга буйы федераль округында икенсе күрһәткес. Пермь крайында — 429, Нижегород өлкәһендә — 162, Һамар өлкәһендә — 133, Татарстанда 129 бала уллыҡҡа тапшырылған.