Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Сентябрҙә Өфөлә ҡулаҡса менән иҫәпләшеүселәр өсөн трамвайҙа йөрөү хаҡы үҙгәрә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Сентябрҙә Өфөлә ҡулаҡса менән иҫәпләшеүселәр өсөн трамвайҙа йөрөү хаҡы үҙгәрә. Улар өсөн юл хаҡы троллейбустағы кеүек үк 18 һум буласаҡ. Электрон пластик карта буйынса йөрөү — 15 һум. Пенсионерҙар, федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге ташламаға эйә булыусылар өсөн социаль пластик карта буйынса юл хаҡы 10 һум, студенттар өсөн — 10 һум, мәктәп уҡыусылары өсөн алты һум торасаҡ. Багаж хаҡы 10 һум күләмендә билдәләнәсәк.

Өфөләге Муниципаль электр транспорты идаралығы былтыр индерелгән айлыҡ абонементтар системаһын дауам итәсәк. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Муниципаль электр транспорты идаралығы өс иң популяр һәм социаль әһәмиәтле айлыҡ абонементты билдәләне. Улар киләһе йылда ла Өфө ҡалаһының электр транспортында һаҡланып ҡала.

Айлыҡ абонементтар буйынса 20 һәм 30 тапҡыр юл йөрөүгә 240 һәм 340 һумлыҡ тариф ҡулланыла. 50 тапҡыр юл йөрөүгә иҫәпләнгән айлыҡ билет  федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге ташламаға эйә булыусылар, пенсионерҙар өсөн 340 һум торасаҡ. Шулай итеп, ошо абонементтар буйынса бер тапҡыр йөрөү 12 һум, 11,3 һум һәм 6,8 һум тәшкил итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть