8 декабрь, Кесе йома

07 сентябрь 2015 йыл, 12:16

Ырымбур өлкәһендә «Ҡан-ҡәрҙәштәргә — китап» акцияһы уҙҙы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Ҡан-ҡәрҙәштәргә — китап» акцияһы дауам итә. Ырымбур өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте байрамы булды. Шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллина Ҡоролтайҙың урындағы башҡарма комитетына сәхнә тултырып китаптар бүләк итте. Ырымбур башҡорттары Башҡортостан журналистарына рухи байлыҡ алып килгәндәре  өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

«Башҡорт теле буйынса ҡулланмалар, шиғыр һәм проза әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, Башҡортостан тарихы буйынса әҫәрҙәр, «Башҡортостан», «Киске Өфө» гәзиттәре, «Ватандаш», «Ағиҙел» журналдары мотлаҡ үҙ уҡыусыһын табыр, тип ышанам», — тине Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Миңнулла Ғәбитов.

Иҫегегеҙгә төшөрәбеҙ, Әҙәбиәт йылына арналған проект Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайы китапханалары һәм мәктәптәре өсөн башҡорт телендәге китаптар йыйыуҙы күҙ уңында тота. Акцияны ойоштороусылар — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналы. Республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың күп һанлы мөрәжәғәттәре ошо акцияны иғлан итеүгә нигеҙ булған.

Июлдә бер төркөм яҙыусылар, «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәрҙәре Силәбе өлкәһенә барҙы. Шағир һәм драматург Салауат Әбүзәр, сатирик Венер Исхаҡов, прозаик Айгиз Баймөхәмәтов Арғаяш, Ҡоншаҡ райондарында, Силәбе ҡалаһында ижади осрашыуҙар үткәрҙе. Һәр осрашыуҙа махсус йыйылған китаптар тапшырылды.