4 декабрь, Йәкшәмбе

07 сентябрь 2015 йыл, 11:39

Рөстәм Хәмитов Бөрөлә йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышын тикшерҙе

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 5 сентябрҙә Рөстәм Хәмитов Бөрөгә эш сәфәре барышында «Бөрө йылылыҡ селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең 5-се ҡаҙанлығын ҡараны һәм йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышын тикшерҙе.

2011 йылда «Бөрө йылылыҡ селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Чехия инвестицияларын йәлеп итеп дәүләт-шәхси партнерлыҡ моделе буйынса «Бөрөнөң йылылыҡ менән тәьмин итеү объекттарын реконструкциялау» республика пилот проектын ғәмәлгә ашыра башланы, тип һөйләне предприятие директоры Андрей Тангаев. Йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын проектлау, төҙөү һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса эштәр комплексы Чехияның «Энком» акционерҙар йәмғиәте менән берлектә башҡарылған. Килешеүҙең хаҡы яҡынса 3,4 миллион евро тәшкил иткән. Ҡорамалдарҙың бер өлөшө Рәсәйҙә һатып алынған. Төҙөлөш-монтаж һәм сафҡа индереү эштәре ҡорамалдар менән тәьмин итеүсе фирмалар күҙәтеүендә алып барылған.

Яңы файҙалы ҡорамал ҡуйғандан һуң йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһының һөҙөмтәлелеге һәм ышаныслылығы артҡан.