Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты юниорҙар араһында пауэрлифтинг буйынса донъя беренселегендә көмөш миҙал яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Евгения Сюткина/.

Башҡорт дәүләт аграр университетының V курс студенты Александр Сергеев юниорҙар араһында пауэрлифтинг буйынса донъя беренселегендә көмөш миҙал яуланы. Ярыштар 1 сентябрҙән 6-на тиклем Чехияның баш ҡалаһы Прагала уҙа. Яҡташыбыҙ Украина вәкиленән генә ҡалышып икенсе урын алды.

Александр Сергеев аграр университетҡа уҡырға ингәс кенә пауэрлифтинг менән шөғөлләнә башлай һәм дүрт йыл эсендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Спортсының тренеры — Башҡорт дәүләт аграр университетының физик тәрбиә биреү, спорт һәм туризм кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Рузил Хәбибуллин. Тап уның етәкселегендә Александр быйыл ғинуар айында Кострома ҡалаһында үткән юниорҙар араһында Рәсәй беренселегендә еңеп сыҡты һәм донъя ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғын алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть