Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала М.Ғафури һәм Ғ.Камал исемендәге театрҙар берлектәге ижади проект тәҡдим итә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

13 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының бәләкәй залында «Уйлан, кеше!» тип аталған әҙәби-музыкаль кисә була. Башҡорт академия драма театры һәм Ғ.Камал исемендәге Татар театры актерҙары берлектәге проект тәҡдим итә. Уның нигеҙендә — билдәле музыкант һәм йырсы Радик Динәхмәтов төҙөгән «Кеше» исемле шиғырҙар йыйынтығы. Әҙәбиәт йылында Өфөлә һәм Ҡазанда китаптың исем туйы булды.

Өфө актерҙары Таңсулпан Бабичева, Хөрмәтулла Үтәшев, Илһөйәр Ғизетдинова, Илдар Ғүмәров, Светлана Хәкимова, Айһылыу Йомағолова, Фәнис Рәхмәтов, Фирғәт Ғарипов һәм Ҡазан ҡунаҡтары Хәлим Жәләлов, Илдус Әхмәтйәнов, Илтөҙәр Мөхәмәтғәлиев, Эмиль Талипов, Ирек Кашапов, Илнур Закиров, Ришат Әхмәҙуллин, Фәннүр Мөхәмәтйәнов тамашасыларға шиғри һүҙ менән мөрәжәғәт итәсәк. Кисәнең режиссер-ҡуйыусыһы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.

Актерҙар уҡыуындағы шиғырҙар аудиодискка яҙҙырылған, яҡын арала уларҙы күрергә мөмкин. Сара киске сәғәт 6-ла башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть