Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәү минимумы күләме үҙгәрҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостанда йәшәү минимумы күләме үҙгәрҙе. Ағымдағы йылдың икенсе кварталында ул 8976 һум күләмендә билдәләнгән.

Республика Хөкүмәтендә тейешле ҡарар сығарылды. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: быға тиклем йәшәү минимумы күләме 8545 һум ине.

Ул эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 9549 һум, пенсионерҙарға — 7321, балаларға — 8976 һум тәшкил итә.

«Рәсәй төбәге кимәлендә билдәләнгән йәшәү минимумы социаль программалар төҙөгәндә һәм тормошҡа ашырғанда иҫәпкә алына. Аҙ тәьмин ителгән кешеләргә социаль ярҙам күләме ошо күрһәткескә таянып иҫәпләнә», — тип хәбәр иттеләр Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть