3 декабрь, Шәмбе

04 сентябрь 2015 йыл, 17:13

«Башнефть» элементар көкөрт етештереү буйынса яңы ҡулайламаны сафҡа индерҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Башнефть» компанияһы «Башнефть-Өфөнефтехим» филиалының етештереү майҙансығында элементар көкөрт етештереү буйынса ҡулайламаның яңы технологик линияһын сафҡа индерҙе. Проектҡа инвестициялар күләме 2,4 миллиард тәшкил иткән, тип хәбәр итә компанияның матбуғат хеҙмәте.

Ҡулайламаны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, «Башнефть» компанияһы президенты Александр Корсик һәм Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты.

— Быйылдан башлап дәүләткә ҡараған «Башнефть» компанияһы тотороҡло, ышаныслы эшләй, иҡтисади күрһәткестәре лә һәйбәт, — тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. — Бөгөнгө ваҡиға — яңы ҡулайламаны сафҡа индереү компания өсөн ғәҙәти. Ошо ҡулайламаның экология йүнәлеше лә мөһим. Бөтә мәсьәләләр ҙә хәл ителеп бөтмәһә лә, дөйөм алғанда, етештереүҙең тирә-йүнгә кире йоғонтоһо кәмей.

Элементар көкөрт етештереү буйынса ҡулайлама гидротаҙартыу, гидрокрекинг, әкрен кокслау процестарында барлыҡҡа килгән көкөрт водородын утилләштереүҙе тиҙләтә.

Яңы технологик линия ошо ҡулайлама ҡеүәтенең кәрәкле резервын булдырыуҙы тәьмин итә. Сөнки Евро-5 яғыулығын сығарыуға күсеү өсөн яңыртыу һөҙөмтәһендә гидротаҙартыу процестары һөҙөмтәлелегенең артыуы һуңғы йылдарҙа көкөрт водороды булған газ күләменең артыуына һәм «Башнефть-Өфөнефтехим» филиалының элементар көкөрт етештереү буйынса ҡулайламаның ғәмәлдәге дүрт технологик линияһы ҡеүәтен тулыһынса тиерлек тәьмин итеүгә килтерҙе.

Элементар көкөрт етештереү буйынса ҡулайламаның бишенсе технологик линияһын төҙөү 2014 йылда башланды. Генераль проектлаусы — «Башгипронефтехим» дәүләт унитар предприятиеһы, төҙөлөштөң генераль подрядсыһы — «Востокнефтезаводмонтаж акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

темалар: башнефть