8 декабрь, Кесе йома

04 сентябрь 2015 йыл, 16:01

Өфөнән тәүге хаж ҡылыусылар юлға сыҡты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфө аэропортынан хаж ҡылыусыларҙың тәүге төркөмө Сәғүд Ғәрәбстанына юлланды. 46 кеше рейс менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә осто, унан улар изге урынға барып етәсәк.

Республиканан 132 диндар хажға бара. Был былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға аҙыраҡ. Рәсәйҙән бөтәһе 12 мең кеше хаж ҡыласаҡ.

Өфөлә үткән хаж буйынса йомғаҡлау ултырышында билдәләнеүенсә, быйыл рәсәйҙәр өсөн дөйөм квота элеккесә ҡалған — 16 400, әммә изге урындарға ғибәҙәт ҡылырға теләүселәр аҙ. Был долларҙың ҡырҡа артыуына бәйле. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл 80 процент самаһы ғына квота тултырылған.

Мәккәгә хажға барыу исламдың бишенсе терәге һанала. Мөмкинлеге булған һәр мосолманға ғүмерендә бер генә мәртәбә булһа ла хаж ҡылыу фарыз. Ундай кешеләр «хажи» исемен йөрөтөргә хоҡуҡлы. Хаж тамамланғас, бөтә донъя мосолмандары Ҡорбан байрамын билдәләй. Быйыл ул 24 сентябргә тура килә.