Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә умартасылар «Бал ҡорто туйы»на йыйылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостанда умартасылар «Бал ҡорто туйы»на йыйылды. Умартасылар байрамы Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылында ойошторолдо.

Өсөнсөгә уҙғарылған «Бал ҡорто туйы»нда Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Пермь, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Мәскәү, Алтай крайы һәм Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһе умартасылары ҡатнашты. Бынан тыш, «Бал ҡорто туйы»на Алтай крайынан Милли умартасылар һәм умартасылыҡ продукцияһын эшкәртеүселәр ассоциацияһы рәйесе Сергей Тастан, Фирғәнә өлкәһенең Умартасылар союзы рәйесе, фән кандидаты Шерали Суяркулов, Биохимия һәм генетика институты хеҙмәткәрҙәре Алексей Николенко, Елена Салтыкова һәм Луиза Ғәйфуллина килгәйне.

Байрамда бал конкурсы булды. «Ҡара төҫтәге бал» номинацияһында беренсе урынды Архангел районынан Хәйҙәр Багдалов яуланы. Икенсе урында — Иглин районынан Дмитрий Назаров, өсөнсөлә — Силәбе өлкәһенән Юрий Попов.

«Асыҡ төҫтәге бал» номинацияһында беренсе урынға Шишмә районы умартасыһы Иван Вавилов лайыҡ булды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Ырымбур өлкәһенән Вадим Хөснөтдинов менән Туймазы районынан Камил Кашапов бүлеште.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл байрамда тәүге тапҡыр баллы эсемлектәр, балалар ижады һәм «Баҡса фестивале» конкурстары үткәрелгән. Туймазы районынан ун йәшлек Тимур Ғәлимуллин балалар ижады бәйгеһендә беренсе урын яулаған. Ул ҡайын туҙынан бәләкәй төтәткес эшләгән. Уны аукционда 600 һумға һатып алдылар, аҡса иһә Тимурҙың ата-әсәһенә тапшырылды.

Бөтә призерҙарға ла дипломдар, миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр бирелде.

Сауҙа рәттәрендә бал һәм башҡа умартасылыҡ продукттарын, «Бал ҡорто туйы-2015» сувенир продукцияһын, умартасылыҡ инвентарын, шулай уҡ бал ҡорттары өсөн «Хитомил» тәбиғи препаратын һатып алырға мөмкин ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть