Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Атҡаҙанған ерҙе файҙаланыу буйынса белгес» тигән маҡтаулы исем булдырыласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостанда «Атҡаҙанған ерҙе файҙаланыу буйынса белгес» тигән маҡтаулы исем булдырыласаҡ. Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет ултырышында Дәүләт Йыйылышы депутаттары республика Хөкүмәте әҙерләгән тейешле закон проектын хупланы.

Был ҡарар ер төҙөлөшөнөң республика иҡтисадындағы роленең артыуына бәйле ҡабул ителде. Төбәктә меңдән ашыу кеше кадастр инженеры аттестатына эйә. Өҫтәүенә, Өфөлә генә ер төҙөлөшө өлкәһендә эшләгән 50-нән ашыу ойошма иҫәпләнә.  

Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков әйтеүенсә, федераль кимәлдә ошоға оҡшаш маҡтаулы исем бар. Был исемгә Башҡортостандан бер генә вәкил лайыҡ булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть