4 декабрь, Йәкшәмбе

04 сентябрь 2015 йыл, 12:48

Мәләүез районында игендән иң юғары уңыш алына

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Мәләүез районы аграрийҙары игендән иң юғары уңыш ала. Республика буйынса гектарынан уртаса уңыш 17,6 центнер булһа, Мәләүездә иһә 27,7 центнер тәшкил итә.

Быйыл яҙғы бойҙайҙың уңышы һәр гектарҙан 29,6 центнер (Башҡортостанда һәр гектарҙан уртаса 17,6 центнер уңыш алына), арпаныҡы – 29,9 центнер (республика буйынса 17,4), һоло – 29,5 (республика буйынса – 15,5).

Асыҡланыуынса, Мәләүез районы хужалыҡтарында орлоҡ сәскән ваҡытта No-Till технологияһы ҡулланыла. Уның үҙенсәлеге шунда: уңыш йыйып алынғас ерҙе эшкәртергә кәрәкмәй.

— Элек ауыр техника тупраҡтың өҫкө ҡатламын әйләндерә ине, һөҙөмтәлә анаэробтар (кислородһыҙ йәшәүсе микроорганизмдар) ер өҫтөндә, ә аэробтар аҫта тороп ҡала, һәм улар һәләк була, — тип һөйләй Мәләүез районы хакимиәте ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Аркадий Шафиҡов. – Шуға күрә хәҙер беҙ ерҙе яҙ көнө генә тырматабыҙ.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һауа торошо насар, — ти Аркадий. — Уңыштың 70 процент самаһы баҫыуҙарҙа ҡала. Сентябрҙә вәғәҙә ителгән әбейҙәр сыуағына өмөтләнәбеҙ. Әле һәр аяҙ көндө файҙаланабыҙ. Әлбиттә, ялһыҙ эшләйбеҙ. Хәҙер ураҡҡа 78 комбайн йәлеп ителгән.

Уңышты арттырыу өсөн Мәләүез районы игенселәренең тағы ла ниндәй алымдар индереүе хаҡында «Общественная электрогазета» баҫмаһында уҡығыҙ.

темалар: ауыл хужалығы