7 декабрь, Шаршамбы

04 сентябрь 2015 йыл, 11:08

Өфө аэропортында томан арҡаһында ете авиарейс ергә төшә алмай

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфө аэропортында ҡуйы томан арҡаһында 18 рейс тотҡарлана.

Аэропорттың рәсми сайтындағы онлайн-табло мәғлүмәттәренә ярашлы, Санкт-Петербург, Мәскәү, Анталья, Нижневартовск, шулай уҡ Ларнака, Екатеринбург, Ырымбур, Анапа, Когалым һәм Ханты-Мансиҙан килеүсе самолеттар кисектерелгән.

Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төндә ете самолет Силәбе, Һамар, Түбәнге Кама һәм Ҡазан ҡалаларындағы запас аэродромдарға ебәрелгән.

Федераль авиация ҡағиҙәләре тулыһынса үтәлә — пассажирҙарға эсемлектәр һәм ҡайнар аш бирелгән.

Әлеге ваҡытта «Ютейр» авиакомпанияһы самолеты Мәскәүгә осорға әҙерләнә.