Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

3 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, энергетика, төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралыҡ, хоҡуҡ һаҡлау органдары, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә эшләгән 45 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.

2014 йылда республика Башлығының сифат өлкәһендәге премияһы лауреаттары булған предприятие һәм ойошмаларҙың коллективтарына ла наградалар бирелде.

– Бүләккә һеҙ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә лайыҡ булдығыҙ. Һеҙ республикабыҙға ҙур файҙа килтерәһегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хеҙмәттәштәребеҙҙең бер өлөшө ШОС һәм БРИКС илдәре саммитына әҙерләнеү ваҡытында яҡшы эшләгәне, саммиттарҙы үткәреүҙә ҡатнашҡаны  өсөн бүләкләнә. Икенселәргә наградалар әүҙем һәм яҡшы хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн тапшырыла. Ҡотлайым! Киләсәктә лә һеҙгә барыһы ла һәйбәт булыуын теләйем. Артабан да башҡаларға өлгө булығыҙ!

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында баҫылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть