Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан финансҡа идара итеү сифаты буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урын биләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостан федераль рейтингта финансҡа идара итеү сифаты буйынса төбәктәр араһында беренсе урын яуланы.

Башҡортостандың Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, был субъекттарҙағы финанс органдары эшмәкәрлегенең ете йүнәлешенән сығып баһаланған. Улар араһында ҡаҙнаны планлаштырыу, үтәү сифаты, бурыс йөкләмәләренә, дәүләт милкенә идара итеү, дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү, муниципаль берәмектәр менән финанс мөнәсәбәттәре, бюджет процесының асыҡлыҡ дәрәжәһе, шулай уҡ Рәсәй Президентының «май указдарын» үтәүҙе сағылдырған күрһәткес бар.

Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, Башҡортостан рейтингтың юғары баҫҡысын өс йыл рәттән биләй.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть