Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Өс башҡорт фильмы Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә ҡатнаша

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән өс кинотаҫма XI Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә ҡатнаша. Фестиваль 5 сентябрҙән 11-нә тиклем уҙа. «Ҡыҫҡа метражлы уйын фильмдары» номинацияһында конкурс программаһында режиссер Айнур Асҡаровтың «Әсә» фильмы, «Ҡыҫҡа метражлы документаль фильм» номинацияһында режиссер Насур Юрушбаевтың «Ике тотҡон: Жәүит менән Вальтер», «Анимация фильмы» номинацияһында Рим Шәрәфетдиновтың «Ни пуха, ни пера!» фильмы ҡатнаша.

Мосолман киноһы фестивале приздарына донъяның 25 иленән 51 кинотаҫма дәғүә итәсәк. Фестивалгә бөтәһе 700 самаһы ғариза ебәрелгән. Шулар араһынан билдәле кино белгесе Сергей Лаврентьев етәкселегендәге комиссия һәр номинация өсөн 10 фильм һайлап алған. Конкурс номинацияһында биш номинация ҡаралған — «Уйын тулы метражлы кино», «Уйын ҡыҫҡа метражлы кино», «Документаль тулы метражлы кино», «Документаль ҡыҫҡа метражлы кино» һәм «Анимация киноһы».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть