11 декабрь, Йәкшәмбе

03 сентябрь 2015 йыл, 17:07

Өфөлә 60-тан ашыу күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә 60-тан ашыу күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Бүләкләү тантанаһы кесаҙна, 3 сентябрҙә, Башҡортостан Хөкүмәте йортонда үтте, уны вице-премьер Салауат Сәғитов уҙғарҙы.

Ошо наградаға биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр лайыҡ булды. Бүздәк районынан Регина Сәхәүетдинова алтынсы сабыйын көтә. Уға бәләкәстәрҙе тәрбиәләүҙә 14 йәшлек ҡыҙы, тормош иптәше һәм ата-әсәһе ярҙам итә. «Минең өсөн иң мөһиме — балаларымдың һау-сәләмәт булыуы», — ти күп балалы әсә.

Салауат Сәғитов, ҡатын-ҡыҙҙарға награда тапшырып, әсәлек ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт белдерҙе. «Республика Башлығы исеменән ҡаһарманлығығыҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ һәм балаларығыҙҙың шатлыҡ ҡына килтереүен теләйбеҙ. Беҙ Хөкүмәт яғынан төбәктә күп балалы әсәләргә ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ», — тине вице-премьер.

Бөгөн 118-се тапҡыр «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Ун ете йыл эсендә республика наградаһына ете меңдән ашыу күп балалы ҡатын лайыҡ булған.