4 декабрь, Йәкшәмбе

03 сентябрь 2015 йыл, 16:32

«УГНТУ-ВНЗМ» гандбол клубы үҙ майҙанындағы тәүге уйынды Салауат ҡалаһында үткәрә

фото: Олег Яровиков | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Башҡортостан спорты тарихында тәүге тапҡыр баш ҡаланың «Өфө дәүләт нефть техник университеты-Востокнефтезаводмонтаж» гандбол клубы Рәсәй Суперлигаһында уйнай.  

«Башинформ» агентлығында ошо ваҡиғаға арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Унда клубтың башҡарма директоры Александр Кулагин, баш тренер Николай Терновой һәм капитан Андрей Иванов ҡатнашты.

Кисә Чехов ҡалаһында өфөләр Рәсәйҙең иң яҡшы командаһы — «Чехов айыуҙары»на ҡаршы уйнаны. Осрашыу 35:25 иҫәбе менән илдең чемпионы еңеүе менән тамамланды.

«Өфө дәүләт нефть техник университеты-Востокнефтезаводмонтаж» командаһы үҙ майҙанындағы тәүге уйынды Салауат ҡалаһында үткәрә. Бында улар Силәбенең «Локомотив-Полет»ы менән көс һынашасаҡ.

«Суперлига талаптары буйынса тейешле майҙан, иң мөһиме, көйәрмәндәр өсөн трибуналар булырға тейеш, — тип аңлатты Кулагин. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Өфө дәүләт нефть техник университетындағы залда тамашасыларға урындар юҡ. Шуға күрә беҙ Салауатта уйнарға мәжбүрбеҙ. Әммә унда бөтә көйәрмәндәргә лә урын етмәүе ихтимал».

«Беҙ еңеү өсөн көрәшергә әҙер, — тип тәьҫораттары менән бүлеште баш тренер. — Әлбиттә, Суперлигалағы тәүге өс команданың уйынсылары бик оҫта».

Регламентҡа ярашлы, тәүҙә яңы команда алты көслө команда менән уйнарға тейеш. Шуға күрә өфөләргә еңел булмаясаҡ. Баш ҡала командаһы үҙҙәренең майҙанына бәйле мәсьәләнең сиселеүенә һәм республика ярҙамына өмөт итә.