Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ял көндәрендә баш ҡалала йәшелсә-емеш йәрминкәләре уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Алдағы ял көндәрендә, 5 һәм 6 сентябрҙә, Өфөнөң алты районында йәшелсә-емеш йәрминкәләре ойошторола.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дим районында — Хәҡиҡәт урамы буйлап Ухтомский урамынан алып М.Йәлил урамына тиклем автомобиль юлы эргәһендә, Калинин районында — Интернациональ,139 урамындағы майҙанда, «Юлдаш» сауҙа-йәрминкә комплексында, «Шакша» баҙары эргәһендә, Киров районында — Эшсе хәбәрселәр урамындағы майҙанда, Октябрь районында — Р.Зорге урамындағы 44-се йорт, «Башҡортостан» сауҙа үҙәге янында, «Королев урамында» сауҙа комплексы алдында (һуңғы пунктта 6 сентябрҙә йәрминкә булмай), Орджоникидзе районында — С.Орджоникидзе исемендәге майҙанда, «Тирәктәр» сауҙа йорто, «Меркурий» сауҙа үҙәге алдындағы майҙандарҙа, «Урал» сауҙа-сервис комплексы янында, Совет районында Комсомол урамындағы 18-се йорт янындағы майҙанда (6 сентябрҙән башҡа) була.

Сауҙа өсөн урындар ауыл халҡына бушлай бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть