10 декабрь, Шәмбе

03 сентябрь 2015 йыл, 15:04

Өфөлә «Ике лә генә егет» тип аталған яңы нәфис фильмдың исем туйы була

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 10 сентябрҙә баш ҡаланың Актерҙар йортонда «Ике лә генә егет» тип аталған ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмдың исем туйы була. Йәш режиссер Таңсулпан Бураҡаеваның картинаһы быйыл «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән. Фильм Рәсәй киноһы көнөндә киностудияның «Родина» кинотеатрында уҙғарылған юбилей сараһында тәүге тапҡыр тамашасы хөкөмөнә сығарылды.

Кинотаҫманың нигеҙендә XIX быуат аҙағында Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорттарҙың тормошонан алынған хәл-ваҡиға ята. Ике ҡарт бер арбаға ултырып Ырымбурға судлашырға бара һәм юлда ҡасандыр үҙҙәренең дуҫтар булыуын иҫенә төшөрә.

«Был фильм — Санкт-Петербург кино һәм телевидение институтындағы диплом эшем, — тине режиссер. — Кинотаҫманы төшөрөүҙә әүҙем ҡатнашыусылар, бағыусыларыбыҙ өсөн айырым исем туйы уҙғарырға кәрәк. Сөнки һәр фильм ижади эҙләнеүҙәр һәм финанс һалыуҙар, энергия һәм энтузиазм талап итә».

Башҡортостан Кинематографистар союзының матбуғат секретары Зөһрә Бураҡаева хәбәр итеүенсә, «Ике лә генә егет» фильмының исем туйында тамашасылар тарихи костюмдар коллекцияһын ҡарай, арбаға ултырып иҫтәлеккә фотоға төшә, фильмды төшөргән саҡта булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе тыңлай һәм халҡыбыҙҙың милли ризығы — талҡан менән сәй эсә аласаҡ. Бынан тыш, төп ролдәрҙе башҡарған Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүил Ғәлин һәм Зиннур Байбулатов, шулай ижади төркөм: режиссер Таңсулпан Бураҡаева, оператор Илсур Ишаев, рәссам Евгений Крупин, композитор Урал Иҙелбаев менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге буласаҡ. Фойела фильмдар менән дисктар, милли стилдәге биҙәүестәр һатыу ойошторола.

Сара Башҡортостан Кинематографистар союзы булышлығында уҙғарыла. Унда инеү — саҡырыу билеттары буйынса, улар Актерҙар йорто алдында барлыҡ теләүселәргә бирелә. Киске сәғәт 6-ла башлана.

темалар: кино