8 декабрь, Кесе йома

03 сентябрь 2015 йыл, 13:59

Рөстәм Хәмитов менән Рөстәм Миңлеханов нефть химияһы продукцияһын ҡулланыуҙы киңәйтеү буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрҙе

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2 сентябрҙә Ҡазанда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Татарстан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Миңлеханов капиталь төҙөлөштә урында етештерелгән нефть химияһы продукцияһын ҡулланыуҙы киңәйтеүгә арналған түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар етештереү номенклатураһын һәм тауар һатыу баҙарын киңәйтеү маҡсатында Башҡортостан менән Татарстан предприятиеларының үҙ-ара килешеп эш итеүен нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ эре тоннажлы продукция сығарабыҙ,  тормошта файҙаланырға мөмкин булған әҙер продукция бик аҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Был хата кисә, унан алда ғына барлыҡҡа килмәгән, совет осоронда ла булған.

Бөгөн төбәктәр араһында тығыҙ бәйләнештә эш алып барыу кәрәк, тип билдәләне республика Башлығы журналистар менән аралашҡанда.

– Дөйөм алғанда, республикаларыбыҙ бөтә йүнәлештәр буйынса үҙ-ара килешеп эш итеүҙе әүҙемләштерергә тейеш. Ошо минең өсөн төп һөҙөмтә. Был яңы материалдар әҙерләүгә, уларҙы файҙаланыуға, етештереүҙе арттырыуға ла ҡағыла, – тине Рөстәм Хәмитов.

Рөстәм Миңлеханов, үҙ сиратында, артабан Башҡортостанда һәм Татарстанда эшләнгән берлектәге материалдарҙы бөтә Рәсәйҙә күрһәтергә мөмкин, тип билдәләне.

– Әле генә Рөстәм Нурғәли улы күтәргән мәсьәләне тикшерҙек. Беҙгә төҙөлөш, нефть һәм газ өлкәһендә, йәки нефть химияһы предприятиеларын төҙөгәндә стандарттарҙы бергәләп әҙерләргә кәрәк. Әгәр ҙә беҙ ике төбәккә дөйөм стандарт әҙерләп, уны ғәмәлгә индерһәк, баҙар ҙа икеләтә арта. Ошо стандарттың масштабы ла бөтөнләй икенсе буласаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.