9 декабрь, Йома

03 сентябрь 2015 йыл, 12:29

Ҡазанда Рөстәм Хәмитов менән Рөстәм Миңлехановтың осрашыуы үтте

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2 сентябрҙә Ҡазанда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Татарстан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Миңлехановтың осрашыуы үтте. Яҡтар төбәктәр араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу юлдарын, шулай уҡ нефть һәм газ химияһы тармағы предприятиеларының үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

– Ысынлап та, бөгөн беҙҙә нефть сығарыу заманса технологияларҙы файҙаланыу, нефть сығарыуҙы арттырыу күҙлегенән яңынан ҡарауҙы талап итә. Шунһыҙ артабанғы үҫеш булмаясаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Татарстанға йәки уның предприятиеларына ғына ошо мәсьәләне хәл итеү ауырға төшәсәк. Бергәләп иһә бөтөнләй икенсе һөҙөмтәгә өлгәшә аласаҡбыҙ.

– Совет осоронда булдырылған һәм бөгөн дә эшләгән кластерҙы һаҡлап ҡалыу беҙҙең өсөн бик мөһим, хәйер, уның ҡеүәтен асыу – дөйөм бурысыбыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Миңлеханов. – Әйтеп үтеүегеҙсә, «Башнефть» менән «Татнефть» нефть сығарыуҙың ҡатмарлы, һуңғы стадияһында, бары заманса технологиялар ғына беҙгә конкурентлы булырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, беҙҙә машина эшләү буйынса хеҙмәттәшлек йүнәлештәре күп.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡазанда Башҡортостан делегацияһы XXII Татарстан нефть һәм газ химияһы форумы эшендә ҡатнаша.