11 декабрь, Йәкшәмбе

03 сентябрь 2015 йыл, 11:41

Рөстәм Хәмитов: «Татарстан менән Башҡортостан предприятиеларының, ғилми үҙәктәренең эшен берләштереү мөһим»

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2 сентябрҙә Ҡазанда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов XXII Татарстан нефть һәм газ химияһы форумы сиктәрендә үткән «Традицион булмаған углеводород ятҡылыҡтарын разведкалау һәм уны эшкәртеү үҙенсәлектәре» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһының пленар ултырышында сығыш яһаны.

– Нефть һәм газ комплексы – илебеҙ иҡтисадының төп этәргесе. Күп осраҡта социаль өлкәне, халыҡтың йәшәү кимәлен һәм сифатын яҡшыртыу, илдең именлеге уның тотороҡло эшләүенә бәйле. Был Башҡортостан өсөн айырыуса мөһим. Оҙатылған продукция күләменең 43 проценты, республиканың тупланма бюджетына һалым керемдәренең 36 проценты тармаҡ предприятиеларына тура килә. Улар әүҙем социаль сәйәсәт алып бара, мөһим объекттар төҙөүҙә ҡатнаша, хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, – тип билдәләне үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов.

Уның һүҙҙәренсә, республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы, нефть һәм газ химияһы яҡшы темптар менән үҫешә. Һуңғы биш йылда «Башнефть», «Газпром нефтехим Салауат», «СИБУР», Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы, «Башҡортостан сода компанияһы» кеүек предприятиелар ошо маҡсатҡа 200 миллиард һум аҡса йүнәлткән. Республикала нефть химияһы кластеры, аҙ тоннажлы нефть химияһы кластеры, нефть һәм газ инжинирингы, шулай уҡ геофизик кластер булдырылған һәм уңышлы эшләй.

– Һөҙөмтәлә етештерелгән продукция исемлеге арта, сығымдар кәмей, яңы продукттар һәм технологиялар булдырыу процесы оптималләштерелә, кластерҙа ҡатнашыусыларҙың төшөмө арта. Мәҫәлән, бөгөн Башҡортостандың инжиниринг компаниялары нефть эшкәртеүҙә технологияларҙың 90 проценттан ашыуын алмаштыра ала, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.

Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округында төбәк-ара нефть һәм газ химияһы кластерын булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.

– Бөгөн Татарстан менән Башҡортостан предприятиеларының, ғилми үҙәктәренең эшен берләштереү мөһим. Был беҙгә илебеҙ биләмәһендә алдынғы урындарҙы биләргә һәм донъя баҙарына көслө структура булараҡ сығырға мөмкинлек бирәсәк, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе.