5 декабрь, Дүшәмбе

02 сентябрь 2015 йыл, 17:15

Силәбе өлкәһендә Башҡорт киноһы фестивале уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 3 сентябрҙә Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районында тәүге тапҡыр Башҡорт киноһы фестивале ойошторола. Тамашасыларға һуңғы йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән иң яҡшы фильмдар тәҡдим ителә. Кинотаҫмалар башҡорт һәм рус телдәрендә, ҡайһы берҙәре субтитрҙар менән күрһәтеләсәк.

Кино һөйөүселәр «Өйләнәм» (режиссеры — Таңсулпан Бураҡаева), «Еңмеш» (режиссеры — Айнур Асҡаров) ҡыҫҡа метражлы нәфис,  «Аңра бүре», «Һунарсы улы», «Алдар һәм һоро бүре» (режиссеры — Рим Шәрәфетдинов) анимация фильмдарын ҡараясаҡ.

Фильмдар Бишкил ҡасабаһының Мәҙәниәт йортонда киске сәғәт 5-тә башлана. Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге, Силәбе өлкәһенең «Башҡорт Ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһының Сыбаркүлдәге бүлеге.