7 декабрь, Шаршамбы

02 сентябрь 2015 йыл, 16:54

Республикала джин-тоник һатылмаясаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 1 сентябрҙән Башҡортостанда джин-тоник һатылмаясаҡ. «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында»ғы ғәмәлдәге законға тейешле үҙгәрештәр 25 июндә үк ҡабул ителгәйне. Закон Белем көнөндә үҙ көсөнә инде.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Рәшит Хәйруллин һүҙҙәренсә, закон тәү сиратта йәштәрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән.

«Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо эсемлектәрҙе ҡулланыусыларҙың 80 проценты самаһын 18 йәшкә тиклемге йәштәр тәшкил итә, — тине Рәшит Хәйруллин. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сауҙа нөктәләре хужалары кәштәләрҙән тыйылған продукцияны алып ҡуйырға ашыҡмай. Бөгөн иртән өс магазиндың икәүһендә энергетик эсемлектәр һатыла ине. Был иһә — ҡануниәтте туранан-тура боҙоу. Бының өсөн һатыусыларға 10 меңдән 15 меңгә тиклем, вазифа биләгән кешеләргә — 50 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 200-ҙән 300 мең һумға тиклем штраф янай».

Бәлиғ булмағандарға джин-тоник һатҡан осраҡта штраф күләме күберәк.

Парламентарий фекеренсә, йәмәғәтселәргә, депутаттарға һәм сауҙа системаһында эшләүселәргә ошо закондың үтәлешенә контролде һәм яуаплылыҡты көсәйтергә кәрәк.

«Хәүеф өҫтөндә — үҫеп килеүсе быуындың сәләмәтлеге», — тип билдәләне Рәшит Хәйруллин.