10 декабрь, Шәмбе

02 сентябрь 2015 йыл, 16:08

Башҡортостанда һәр театр коллективы республика Башлығы грантына дәғүә итә ала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы 2016 йылға театр коллективтарының ижади проекттарын яҡлау маҡсатында республика Башлығы гранттарына дәғүә итеүгә конкурс иғлан итте. Конкурс нигеҙендә һайлап алынған театрҙарға ижади проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн 900 мең күләмендәге ике грант биреләсәк. Бәйгелә республикалағы дәүләт, шулай уҡ шәхси театрҙар ҡатнаша ала.

Дәғүәселәр Мәҙәниәт министрлығына кәрәкле документтар һәм материалдар тапшырырға тейеш. Грант биреү тәртибе һәм ғаризаның формаһы менән Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 1 октябргә тиклем Мәҙәниәт министрлығының һөнәри сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлегенә ебәрергә кәрәк.