3 декабрь, Шәмбе

02 сентябрь 2015 йыл, 15:31

Төбәктә бизнес-инкубаторҙар эшенең форматы үҙгәртеләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда бизнес-инкубаторҙар эшенең форматы үҙгәртеләсәк. Республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был яңы эш башлаған йүнселдәргә финанс, милек, мәғлүмәт һәм консультация йәһәтенән булышлыҡ итеү буйынса эште әүҙемләштереү өсөн кәрәк.

Форматты үҙгәртеү буйынса эште Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәге башҡарасаҡ. Яҡын арала бизнес-инкубатор хеҙмәткәрҙәре өсөн семинар-уҡыуҙар ойоштороу ҡаралған.

Хәҙерге ваҡытта республикала Салауат, Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында өс бизнес-инкубатор эшләй.