9 декабрь, Йома

02 сентябрь 2015 йыл, 14:58

«Өфө — спорт баш ҡалаһы» фотоконкурсына эштәр ҡабул итеү дауам итә

фото: Дмитрий Слезин

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты иғлан иткән «Өфө — спорт баш ҡалаһы» фотокүргәҙмәһенә эштәр ҡабул итеү дауам итә.

Теләгән һәр кем үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итә ала. Бының өсөн спорт темаһына арналған бишкә яҡын фотоһүрәтте һайлап алып, 10 сентябргә тиклем pr-sportcom@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Хатта авторҙың исем-фамилияһы, спорт сараһының исеме, уның ҡасан үткәрелгәнлеге хаҡында мәғлүмәттәр булырға тейеш. Фотохәбәрселәрҙең үҙҙәре эшләгән баҫманың исемен күрһәтеүе мотлаҡ.

Иң яҡшы фотоһүрәттәрҙән экспозиция төҙөләсәк, уны Өфө хакимиәте фойеһында һәм ҡаланың башҡа майҙансыҡтарында урынлаштырыу планлаштырыла.