7 декабрь, Шаршамбы

02 сентябрь 2015 йыл, 13:08

Республикала дельтапландың ҡолауы факты буйынса тикшереү үткәрелә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Республикала дельтапландың ҡолауы факты буйынса тикшереү үткәрелә. Волга буйы тикшереү идаралығы Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты транспортында Баҡалы районында дельтапландың ҡолауы факты буйынса тикшереү алып бара. Ведомствоның рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, фажиғә һөҙөмтәһендә ике кеше һәләк булған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 1 сентябрҙә киске сәғәт 9-сы 20 минутта Иҫке Ҡатай ауылы янында ике урынлыҡ моторлы дельтаплан ҡолаған. 1961 йылғы пилот һәм 1965 йылғы пассажир һәләк булған.

Ваҡиға урынында транспорт прокуратураһы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә тикшереү-оператив төркөмө эшләй. Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү саралары уҙғарыла.

Тикшереү йомғаҡтары буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.