3 декабрь, Шәмбе

02 сентябрь 2015 йыл, 12:36

Башҡортостан моделе «Азияның камиллыҡ гүзәле-2015» титулына эйә булды

фото: Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡытайҙа «Азия супер моделе-2015» Х халыҡ-ара реалити-шоуын төшөрөү тамамланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан исеменән унда «Һылыуҡай – Bashkirian Beauty» студияһы моделе Диана Зөбәйерова, «Ағиҙел» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Тимур Сәхәүетдинов һәм режиссер, «Һылыуҡай – Bashkirian Beauty» студияһы директоры Линара Таһирова ҡатнашты.

Өс аҙна дауамында Япония, Малайзия, Корея, Таиланд, Ҡытай, Яңы Зеландия, Һиндостан, Рәсәй, Монголия илдәренән 20 модель көс, етеҙлек, уйлап табыу һәләте буйынса ярышты. Проектты Ҡытай ауылдарында, йәмле тауҙарҙа, сәй һөм дөгө плантацияларында, йәнле ҡала урамдарында төшөргәндәр.

Бәйгенең финалы Гуанси-ТВ студияһында үткән. Конкурстың төп таждарын Ҡытай һәм Һиндостан вәкилдәре яулаған. Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан ҡатнашыусылар махсус наградаларға һәм номинацияларға лайыҡ булған. Тимур Сәхәүетдинов «Шоуҙың иң әүҙем ҡатнашыусыһы» номинацияһында диплом менән бүләкләнде. Диана Зөбәйерова иһә «Азияның камиллыҡ гүзәле-2015» титулына эйә булды. Ҡытайҙың модель агентлыҡтары уға килешеү төҙөргә тәҡдим итте.

«Азияның супер моделе-2015» реалити-шоуының телевизион версияһы Ҡытай телевидениеһы экрандарына сентябрҙә сыға. Конкурсты ойоштороусыларҙың һүҙҙәренсә, квест-сериал өс ай дауам итәсәк. Кадр артындағы фотоһүрәттәрҙе һәм видеояҙмаларҙы «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмдә күрергә мөмкин.