Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов беренсе курс студенттарын уҡыу йылының башланыуы менән тәбрикләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

1 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Салауат Юлаев майҙанында ойошторолған «Башҡортостан студенттары парады – 2015» байрамында булды.

Республика етәксеһе беренсе курс студенттарын уҡыу йылының башланыуы менән ҡотланы һәм уларға символик студент билетын тапшырҙы.

– Башҡортостанда беренсе курс студенттарының һаны 11 мең. Иң яҡшы уҡыусылар университеттарға уҡырға инде. Бер ҡайҙа ла китмәнеләр, беҙҙә тороп ҡалдылар, уҡыйҙар һәм республикабыҙҙа эшләйәсәктәр. Һеҙ беҙгә кәрәк. Йәштәрҙең белеме, энергияһы һәм оптимизмы кәрәк, – тине төбәк Башлығы. – Күпмелер ваҡыттан һуң беҙгә, өлкән быуынға, алмашҡа киләсәкһегеҙ. Юлыбыҙҙы дауам итәсәкһегеҙ. Һеҙ ҙә беҙҙең кеүек үк илебеҙҙе яратасаҡһығыҙ.

Студенттар, үҙ сиратында, Рөстәм Хәмитовҡа юғары уҡыу йорттарының лозунгы яҙылған гитара бүләк итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть