10 декабрь, Шәмбе

02 сентябрь 2015 йыл, 10:43

Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүселәрен Белем көнө менән ҡотланы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 1 сентябрҙә Ишембайҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Геройы А.В.Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусын ҡараны. Улар тәрбиәләнеүселәрҙе Белем көнө менән ҡотланы. Байрам сиктәрендә яңы йоҡо корпусын, күп функциялы физкультура-һауыҡтырыу комплексын һәм һауа десанты ҡаласығын асыу булды.

Михаил Бабич, тантаналы линейкала кадеттарҙы сәләмләп, төҙөлгән объекттар десантсыларҙы әҙерләү өсөн ҡуйылған иң юғары талаптарға тап килә тип билдәләне.

Уның һүҙҙәренсә, киләһе йылда кадет корпусында яңы төҙөләсәк һәм әлеге объекттарҙы реконструкциялау буйынса планлаштырылған эштәрҙең барыһы ла тулыһынса тамамланырға тейеш. Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле кадеттарҙы яңы, уңайлы шарттарҙа сифатлы белем алыу өсөн күберәк көс һалырға саҡырҙы.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов кадет корпусы тәрбиәләнеүселәренә яҡшы уҡыуҙарын теләне. Республика етәкселеге Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты менән бергә корпустың инфраструктураһын үҫтереү һәм белем биреү сифатын арттырыуға бөтә көсөн һаласаҡ, тип билдәләне ул.

– Бер генә үтенесебеҙ бар – ныҡлы белемгә эйә булыу. Белем тормоштоң һәр этабында ла мөһим. Уҡыу процесына еңел ҡарарға ярамай. Ҡайһы берҙә үҙеңде еңеп тырышырға кәрәк. Әлбиттә, ауырлыҡтар буласаҡ, – тип мөрәжәғәт итте кадеттарға Рөстәм Хәмитов.

Башҡорт кадет корпусының яңы объекттарын төҙөү буйынса төҙөлөш-монтаж эштәрендә ҡатнашҡан предприятие етәкселәре һәм белгестәре Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Тантаналы линейка тамамланғас, Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов кадет корпусының яңы объекттарын ҡарап сыҡты. Шулай уҡ уҡ улар «КаДетство» проекты сиктәрендә төҙөлгән «Батыр» заманса күп функциялы физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле журналистарға округ биләмәһендә кадет корпустарының һаны артыу ихтималлығы тураһында хәбәр итте.

Хәҙерге ваҡытта округта дүрт кадет корпусы эшләй. Улар Башҡортостанда, Татарстанда, Удмуртияла һәм Пермь крайында урынлашҡан. Уҡыу йорттарында 1100-ҙән ашыу үҫмер дөйөм белем биреү, шулай уҡ хәрби-патриотик һәм спорт программалары буйынса белем ала.