4 декабрь, Йәкшәмбе

01 сентябрь 2015 йыл, 17:52

2016 йылда мәктәптәрҙә йомғаҡлау иншаһы өсөн биш тема билдәле булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Совет 2015-2016 уҡыу йылында мәктәптәрҙә йомғаҡлау иншаһы өсөн биш тема билдәләне. Улар араһында — «Ваҡыт», «Йорт», «Мөхәббәт», «Юл», «Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылы».

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, иншаларҙың темаһы ябыҡ режимда, әммә Александр Солженицындың Рус йәмәғәт фонды президенты Наталья Солженицына етәкселегендәге сығарылыш кластарында йомғаҡлау иншаһын үткәреү мәсьәләләре буйынса советта билдәләнгән асыҡ тематик йүнәлештәр сиктәрендә әҙерләнә.

Йомғаҡлау иншаһын йәки изложениены (һуңғыһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларға ғына ҡағыла) уҙған йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары ла яҙа ала.

Инша яҙыу дәүләт аттестацияһына инеү тураһында ҡарар ҡабул итеүгә нигеҙ булып тора. Инша (изложение) өсөн билдә ҡуйыу ҡаралмай, ул «зачет» йәки «зачет түгел» тип билдәләнәсәк. «Зачет» алған уҡыусылар ғына Берҙәм дәүләт имтиханын һәм дәүләт сығарылыш имтиханын тапшырасаҡ.