Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең продукцияһы Мәскәүҙә күрһәтелә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең продукцияһы Мәскәүҙә күрһәтелә. Нәшриәт 2 сентябрҙән 6-на тиклем Мәскәүҙең Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә уҙғарыласаҡ 28-се Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнаша.

Күргәҙмәгә килеүселәр өсөн нәшриәт Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған китаптар әҙерләгән. Шулай уҡ әҙәбиәт һөйөүселәргә нәфис әҙәбиәт, сәнғәт, балалар өсөн, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса китаптар тәҡдим ителә.

Күргәҙмә-йәрминкәнең төп идеяһы — илебеҙ халҡын китап уҡыуға йәлеп итеү. Иң яҡшы баҫмаларҙы баш ҡалала күрһәтеү китаптың, мәҙәниәттең һәм мәғарифтың әһәмиәтен билдәләүгә өндәй, Рәсәйҙә һәм донъяла рус әҙәбиәтен популярлаштырыуға булышлыҡ итә. Күргәҙмә-йәрминкә рус һәм Рәсәй халыҡтары телдәрендәге әҙәбиәттең үҫешенә, китап сығарыуға ярҙам итеүсе төбәк властарында ҙур хуплау тапты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть