Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

«Торлаҡ» программаһы 2020 йылға тиклем оҙайтылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Рәсәй Хөкүмәте «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһын 2020 йылға тиклем оҙайтты һәм уның яңы редакцияһын раҫланы. Был хаҡта Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының рәсми сайтында хәбәр ителә.

«Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының яңы редакцияһы «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү», «Рәсәй төбәктәренең торлаҡ төҙөлөшө үҫеше программаһын дәртләндереү», «Граждандарҙың федераль ҡануниәт билдәләгән категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт йөкләмәләрен үтәү», «Коммуналь инфраструктура объекттарын яңыртыу», «Граждандарҙың айырым категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү» программаларын үҙ эсенә ала.

2015-2020 йылдарҙа «Торлаҡ» программаһын финанслауҙың дөйөм күләме 691,82 миллиард һум тәшкил итәсәк тип күҙаллана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ошо программаны ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 230 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.

«Торлаҡ» программаһы 2002 йылда эшләй башланы һәм 2010 йылға тиклем иҫәпләнгәйне. Программаның социаль әһәмиәтле булыуын күҙ уңында тотоп, Рәсәй Хөкүмәте 2011-2015 йылдарға «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһын раҫлау тураһында ҡарар ҡабул итте. Уны тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса 192 мең самаһы ғаилә торлаҡ менән тәьмин ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть