Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Төбәктең иң яҡшы умартасыһы Миәкә районында йәшәй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Миәкә районынан Миңлебай Әһлиуллин умартасыларҙың XV республика конкурсында ҡатнашыусылар араһында иң яҡшыһы тип билдәләнде. Бәйге 28 августа Ауырғазы районында уҙғарылды. Был хаҡта Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Иң яҡшы умартасы» исеме өсөн республиканың 38 районынан килгән 122 кеше көс һынашты. Конкурс программаһы дүрт этаптан торҙо: теоретик белемде һәм практик оҫталыҡты тикшереү, умартасылар тәҡдим иткән эштәрҙе һәм бал өлгөләренең сифатын баһалау.

Быйыл ҡатнашыусыларҙың инновациялы эштәренә айырыуса ҙур иғтибар бирелде. Бер нисә сәғәт дауамында тиҫтәләрсә алымдар, ҡулайламалар һәм ҡоралдар күрһәтелде. Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыларын сәнәғәт масштабында сығарыу өсөн ҡараясаҡтар. Был бәйгелә Башҡортостан агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы Николай Осташев еңеүсе тип танылды.

Бер үк ваҡытта 1998-2014 йылдарҙа умартасылар конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары араһында бәйге барҙы. Унда 18 умартасы ҡатнашты. Ишембай районынан Илгиз Шәңгәрәев конкурстың абсолют еңеүсеһе тип иғлан ителде.

«Йәш умартасы» бәйгеһенә республиканың 29 районынан 42 уҡыусы килгәйне. Балтас районы Маты ауылы урта мәктәбенең икенсе класс уҡыусыһы Ләйсән Солтанова иң йәш ҡатнашыусы булды. Еңеүсе исемен Ауырғазы районы Мораҙым ауылы урта мәктәбенең һигеҙенсе класс уҡыусыһы Эльвина Нәҙершина яуланы.

Еңеүселәрҙең һәм призерҙарҙың барыһына ла почет грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть