11 декабрь, Йәкшәмбе

01 сентябрь 2015 йыл, 15:32

Республикала «Социнвестбанк» тотороҡло эшләй башланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Һауыҡтырыу процедураһынан һуң «Социнвестбанк» тотороҡло эшләй башланы. Хәҙерге ваҡытта финанс учреждениеһында клиенттар өсөн төрлө вкладтар линейкаһы әҙерләнгән һәм файҙаланыла, ул юғары процент һәм капиталлаштырыу менән депозит һайларға мөмкинлек бирәсәк.

Әлеге мәлдә вкладтар буйынса ғәмәлдәге процент ставкалары пенсионерҙар, шулай уҡ аҡса һалыусыларҙың башҡа категориялары өсөн дә ҡыҙыҡтырырлыҡ, тип ышандырҙылар банкта.

Физик шәхестәрҙең республика биләмәһендәге «Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә вкладтары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт банктың рәсми сайтында бирелгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, августа Үҙәк банк «Социнвестбанк»ты һауыҡтырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Был процедураға «Рәсәй капиталы» йәлеп ителгән. 17 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй капиталы» банкы идараһы рәйесе Михаил Кузовлев менән осрашты. Яҡтар «Социнвестбанк»ты һауыҡтырыу мәсьәләләрен һәм уның тотороҡло эшен тергеҙеү сараларын тикшерҙе.