Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 1,5 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алынған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостанда 951 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған (53 процент), 902 мең гектарҙа — һуғылған (51 процент). Был хаҡта, төбәктең Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә һылтанып, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Иң юғары эш темптары Архангел һәм Стәрлебаш райондарында күҙәтелә. Был райондарҙа майҙандың 70 процентында иген сабылған, 68 һәм 67 процентында һуғылған.

Гектарҙан уртаса уңыш 17,6 центнер булғанда 1583 мең тонна ашлыҡ һуғылған. Бөгөн иң күп ашлыҡты (28 центнерҙан ашыу) Саҡмағош районы игенселәре ала. Иген һуғыу буйынса Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары алда бара, улар 78,75 мең тонна ашлыҡ йыйған. Шулай уҡ илештәр (73,96), мәләүездәр (76,58) һәм саҡмағоштар (70,29) 70 мең тоннанан ашыу иген йыйып алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть